Шиғыр китте. Йәнем, Шиғыр үлде. Ҡәһҡәһәләй, Бушлыҡ Һығылып көлдө, Таратҡанда елдәр Ҡайнар көлдө - Янып ҡына бөткән Шиғри түлде... Шиғыр китте. Йәнем, Шиғыр күнде - Онотор ул Тулҡын ҡаҡҡан көндө, Ҡомло ярҙа Сәнскәк ҡалҡҡан инде, Һөйөүеңә Өмөт һүнде, Дүнде.